Бөгөн таңдан уҡ башҡалаға киткәйнеләр, сәбәп бик матур - уларҙы республиканың юғары наградалары менән бүләкләйҙәр.
"Юшатыр" гәзите, был турала алдан белеп, данлыҡлы яҡташтарыбыҙ менән һөйләшеп ҡуйғайны (фекерҙәре бөгөн гәзиттә баҫылды). Барыһы ла кемгәлер, әлеге маҡталыуы өсөн, рәхмәт әйтте. Быныһы тәбиғи, мин мин тип йөрөгән кеше лә, барыбер, үрен яулағанда кемдеңдер беләгенә таяна. Айгөл ирен маҡтаны (үҙенең өлөшө лә Евгенийҙың данында бик ҙур), Гүзәл дә ирен күккә сөйҙө: ул булмаһа, ай-һай, әле сәхнәлә баҫып торор инемме икән? Мотаһар абзый механизаторҙарҙын данланы...
Ҡыҫҡа итеп әйткәндә, һеҙҙҙең еңеү - беҙҙең бөтәбеҙҙең дә еңеүе тип аңларға кәрәк. Артабанғы тормошта ошондай шатлыҡлы мәлдәребеҙ йыш, еңеүҙәребеҙ күп булһын!