– Йәйләүҙән аҙбар-ҡураларға ҡайтҡас, малдар ҡышҡы рационға күсә, һауым кәмей. Һөт үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда бер кимәлдә. 4 мең кг рубежды күптән үттек. Мал һаны ла бер сама: 11 мең башҡа яҡын һыйыр малы аҫрала. 900 башҡа яҡын ат бар, - ти райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, баш зоотехник Рәүеф Шәймарҙан улы Намаҙғолов. - Хужалыҡтар ферма янына бесән, һалам ташыу менән мәшғүл. Аҙыҡ запасын һаҡсыл тотоноп, мал һанын кәметмәй һаҡлап ҡалыу шарт.
«Искра» хужалығы мал ҡышлатыу миҙгеленә йылдағыса тейешле кимәлдә әҙерләнгән.
«6 бригадала ла малдар көр. Фермала эшләүселәрҙең эш шарттары йылдан-йыл яҡшыра. Түбәнге Бабаларҙа «500 ферма» программаһы буйынса төҙөлгән һөтсөлөк фермаһында «Елочка» һауыу залы ялдан һуң ебәрелә. Яҡшымбәт, Көйөргәҙе, Ҡотлоюлда ҡуйылған залда бер юлы 16 һыйыр һауылһа, быныһы ҙурыраҡ, 24 башҡа иҫәпләнгән. Иң күп һөт Яҡшымбәт бригадаһында. Һауым - тәүлегенә 20 ц, һәр һыйырҙан уртаса 13,8 кг һауыла», - тип һөйләй хужалыҡтың баш зоотехнигы Әүхәҙи Әхмәҙи улы Хәлитов. Ҙур хужалыҡтың уңған эшселәре күп. Бигерәк тә быҙау ҡараусылар: Хәлимә Мукашова, Ризәлә Саттарова, һауынсылар: Әлфиә Мирасова, Гөлсинә Дилмөхәмәтова, Әнүзә Мирасова, Гөлфиә Сурина, малсылар: Сәлимйән Саттаров, Руслан Исхаҡов ҙур тырышлыҡ күрһәтә.
Киров исемендәге хужалыҡта ла ҡышҡылыҡҡа әҙерлек насар түгел. Ферма биналары, ялан кәртәләр төҙөкләндерелгән. Яңы Морапталда һәм Иҫке Морапталда быҙауҙар торған биналарҙың ҡыйығы тимер менән яңынан ябылған. Бығаса 1 «Хозяин» аҙыҡ таратыу техникаһы бар ине, бы-йыл тағы 1-әүҙе һатып алғандар.
Ҡышҡы рационға күсеү малдарҙан һөт продукцияһы алыуҙы кәметә. Берҙән, һыйырҙар һыуала, икенсенән, һуңғы арала көндәр апаруҡ һыуытты. Шулай инде, һәр миҙгелдең үҙ һауа шарттары, үҙ мәшәҡәте.
22 ноябрь, 2016 йыл