Техникалар барыһы ла яҡшы ремонтланған, буялған, яҡтыртыу фарлары барыһы ла төҙөк, эшләй. Механизатор егеттәрҙең кәйефтәре күтәренке булыуы, күңелемдә яҡшы хис-тойғолар уятты. Был ир-егеттәр менән яҙғы сәсеү эштәрен юғары кимәлдә башҡарып сығырбыҙ, тип уйлайым, - тине "Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге" муниципаль бюджет учреждениеһының хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса баш инженер-инспекторы Мотаһар Ғамир улы Ибраһимов.
Фәнит Сәлтәшев, “Искра” хужалығының баш инжениры:
- Яҙғы сәсеү эштәрен башҡарып сығарыу өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә бар. Яҙғы сәсеү кампанияһында барлығы 64 берәмек техника йәлеп ителәсәк. Бөгөнгө көндә барыһы ла техосмотр үттеләр. Тейешле күләмдә яғыулыҡ-майлау материалдары ҡайтарылды.
Һауа торошоноң ауыл хужалығы тармағы өсөн уңайлы, көйлө булыуы, яҙғы сәсеү эштәрен оптималь ваҡыт арауығында башҡарып сығырбыҙ тип торабыҙ. Эш барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм именлектәр теләр инем.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы