Бөгөнгө көндә ураҡ эштәре тулыһынса үҙ көсөнә инде. Әлеге мәлдә көҙҙән сәселгән ужым бойҙайҙарын урыу бара. "Искра" хужалығының Түбәнге Бабалар бүлексәһендә лә ырҙын табағында эштәр ҡыҙыу бара.
Уралбай Ғәлимов, Түбәнге Бабалар бүлексәһенең ырҙын табағы мөдире:
- Әлеге мәлдә яландан килгән игендәрҙе өс төркөмгә бүлеп таҙартабыҙ, беренсе сиратта орлоҡҡа һалабыҙ, унан һуң һатыуға, өсөнсөһөн инде ҡатнаш аҙыҡҡа һалабыҙ.
Ике сменала ойошторолған ырҙын табағындағы эштәр көйлө бара, һәр кеше үҙ эшен намыҫ менән башҡара, егеттәрҙең кәйефе күтәренке.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы