Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Сентябрь , 12:01

Беҙҙекеләр һынатмаҫ

Шундай уңғандарҙың береһе Юнир Таймаҫов.

Беҙҙекеләр һынатмаҫ
Беҙҙекеләр һынатмаҫ

Уны көйөргәҙеләр яҡшы белә. Бахмутта хужалыҡ етәкләне, һуңынан Ейәнсура районында “БР А7 Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Ейәнсура” айырым бүлексәһе етәксеһе булды. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығының, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, күп һанлы ойошмалар һәм ведомстволарҙың дипломдары, Рәхмәт хаттары, грамоталары менән бүләкләнгән белгесте әле яҙмыш елдәре тағы Көйөргәҙенән ситкә ташланы. Бер юлы ике етди хужалыҡта етәксе вазифаһында эшләп йөрөй бөгөн Юнир Рафаил улы.
Бар ергә лә өлгөргән белгес Стәрлетамаҡ районының “Рощинский” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең урындағы фермаһында генераль директоры һәм берүк ваҡытта “Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ заводы” предприятиеһында етештереү буйынса директоры вазифаһын да уңышлы башҡара. Беҙ эшһөйәр яҡташыбыҙ Юнир Рафаил улы менән бәйләнешкә сығып, хәлдәрен белештек.

- Беҙҙең менән урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, немецтар, мариҙар ҙа эшләй. Күп милләтле халыҡ йәшәй. Әйбәттәр барыһы ла. Яҡташым Айҙар Юнир улы менән даими бәйләнештәбеҙ, проблемалар булһа ла, шатлыҡтар булһа ла бер-беребеҙ менән бүлешеп, һөйләшеп торабыҙ...

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: