Бригадир Азат Вахитов етәкселегендәге Иҫке Мораптал бригадаһы беренселәрҙән булып урып-йыйыу эшен тамамлаған. Эштәрҙе Әхмәт Рахмағолов, Ришат Минибаев, Илһам Кужаҡов, Марсель Буранов, шоферҙар Рәмил Таңатаров, Хаджиморат Ибраев, Камил Хәсәновтар тырышып башҡарғандар. Шулай уҡ артынан уҡ һөрөү эшенә Рәфис Сөләймәнов, Радик Кәлимуллин, Урал Туҡаев, Азат Абуҡаевтар төшкән дә. Иң тырыш егеттәрҙең береһе Ильяс Әминев та ерҙе тырматыу эшен оҫта башҡара.
- Беҙҙекеләр ял да итә, эшләй ҙә белә, - тиҙәр Иҫке Мораптал ауылындағы 2-се бригада эшселәре.