Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Сентябрь , 14:32

Һау бул, ураҡ!

Ғәҙелхай Боҫҡанов, “Искра” хужалығының баш агрономы:

Һау бул, ураҡ!
Һау бул, ураҡ!

- Ураҡ эштәре менән бер рәттән ужым бойҙайын сәсеүҙе лә тамамланыҡ. Ужым бойҙайын 3300 гектар майҙанда сәстек. Әлеге мәлдә ерҙе һөрөү эштәрен башҡарабыҙ. Иртәгеләре көнбағышты урырға төшөргә иҫәп тотабыҙ. Ужым игендәре өсөн әлеге мәлдә ерҙә дым етәрлек кимәлдә. Шул уҡ ваҡытта, мал өсөн мөһим аҙыҡ булған кукуруз сабыуҙы ла тамамланыҡ. Уның уңышы башҡа йылдарға ҡарағанда мул булды. Беҙ ике йыллыҡ мал аҙығы әҙерләнек тип әйтергә була.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Автор:
Читайте нас: