Ауыл эшсәндәре иртә таңдан алып ҡара кискә тиклем баҫыуҙан ҡайтып инмәй. Улар бөгөн һәр аяҙ көндө маҡсатлы файҙаланырға тырыша. Районыбыҙ көнбағыш үҫтереү буйынса республикабыҙҙа алдынғыларҙан һанала. Эре хужалыҡтар менән бер рәттән крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла был культураға өҫтөнлөк биреп, йыл һайын мул уңыш алыуға өлгәшә.
Шамил ХӘСӘНОВ, “Искра” хужалығының Абдул бүлексәһенең етәксеһе:
- Көндәр ураҡ эштәре өсөн ҡулай тора, һәр аяҙ көндө һөҙөмтәле файҙаланырға тырышабыҙ. Уңышты ырҙын табағында таҙартып, эшкәрткәндән һуң, Маяҡ май заводы менән Ермолаево элеваторына оҙатабаҙ. Әммә яуым-төшөм дә бик кәрәк. Ужым игендәре дымға мохтажлыҡ кисерә.
Раян ИСКӘНДӘРОВ, комбайнсы (Яҡуп ауылы):
- Мин быйыл беренсегә ураҡ урыуҙа эшләйем, быға тиклем атайым Рәмил Ғәлимйән улына ярҙамсы булып йөрөнөм.
Фотола:
Комбайнсылар: Раян Искәндәров, Мөнир Сәлтәшев, Фирҙәт Туйгилдин, Рәмил Йәйкәров.
Водителдәр: Ранил Искәндәров, Илшат Түләков, Тимербай Бикмаев.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы