Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Ноябрь , 14:19

Берҙәм эштә бәрәкәт

Бөгөн Яҡшымбәт ауылының мәҙәниәт йорто халыҡ менән шығрым тулы.

Берҙәм эштә бәрәкәт
Берҙәм эштә бәрәкәт

Күңелдәргә өмөт, байрам кәйефе өҫтәп дәртле музыка яңғырай. Йөҙәрләгән кешеләргә әҙерләнгән мул табынлы өҫтәл ҡунаҡтарҙы көтә. Бөгөн “Искра” ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын “Ауыл хужалығы хәҙмәткәрҙәре көнөн” билдәләй.
“Искраларҙы” ҡотларға район хакимиәте башлығы Лира Тереғолова менән район мәҙәниәте бүлеге етәксеһе Ләйсән Нуриәхмәтовалар килде.
Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә бүләк итеп, район мәҙәниәте үҙешмәкәр артистарын алып килде. Йыйылышты хужалыҡ рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәмил Ғиниәт улы Мостафин асты.
Хаҡлы ялға сығыусы Рәшиҙә Искәндәрова (Яҡуп ауылы):
- Миңә бөгөн хаҡлы ялға сығыуымды тәбрикләп ҙур бүләк бирҙеләр. Әлеге көндә Яҡуп һөтсөлөк фермаһы мөдире булып эшләп йөрөйөм. Мине ҙурлап, яҡшы теләктәрен еткергән бергә эшләгән коллегаларыма, ауылдаштарыма, хужалыҡ етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға һәм яҡташтарыма рәхмәтлемен.
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: