Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Март , 16:33

Техника әҙер, егеттәр ҙә әҙер

Фәнит Сәлтәшев, “Искра” хужалығының баш инженеры:

Техника әҙер, егеттәр ҙә әҙер
Техника әҙер, егеттәр ҙә әҙер

- Әлеге мәлдә хужалыҡтың бар техникаһына техник күҙәтеү үткәрәбеҙ. Механизаторҙар техникаларҙы яҡшы әҙерләгән, үҙ эштәренә яуаплы ҡарайҙар. Яҙғы сәсеү компанияһын үҙ ваҡытында тотҡарлыҡһыҙ алып сығырбыҙ тип ышанам.
Рәфис Боҫҡанов, “Искра” хужалығының Түбәнге Бабалар кооперативы етәксеһе:
- Техникаларҙы техник күҙәтеүгә тейешле кимәлдә әҙерләнек тип әйтә алам. Егеттәребеҙ булған белемдәрен, тәжрибәләрен, дөйөм эш өсөн бар көстәрен һалдылар. Ауыл эшсәндәре алдында торған яҙғы сәсеү эштәренә беҙ әҙерлек һыҙатында. Һәр техника хәүеф тыуҙырыуы ихтимал, шуға ла именлек, һаҡланыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырамын.

Был хаҡта тулыраҡ - киләһе һанда. 

Автор:
Читайте нас