Тырыш эшселәрҙең дәррәү икәнлектәрен ошо йыйылған машиналарҙан да күреп була. Дамир Байгилдин етәкселегендә колхозыбыҙ гөрләп тора. Аллаға шөкөр, ауыл халҡы тырышып эшләй ҙә, йәшәй ҙә белә. Бигерәк тә йәштәребеҙҙең күплеге ҡыуандыра, матур итеп донъя көтәләр, дин юлына баҫалар.
Йыйылышта 2025 йылға йомғаҡ яһалды, 2026 пландар менән таныштырып, 2026-2030 йылдарға коллектив килешеү төҙөлдө.
Саранан һуң хужалыҡ эшсәндәренә өҫтәл әҙерләнеп, тәмләп сәйҙәр эсеү ҙә буласаҡ.
Гөлназ ХӘМИТОВА, Иҫке Мораптал ауылы