

Яҙҙың иртә килеүе һәм ямғырҙарҙың мул булыуы, баҫыуҙарҙың тигеҙ өлгөрөүенә сәбәпсе булды.
- Эш башланды. Быйыл ер туң булманы, ҡар һыуы ла ергә, баҫыуҙарға һеңде. Әлеге мәлдә көҙҙән сәселгән ужым бойҙайына минераль ашлама индерәбеҙ. Ике агрегат эшләй. Азат Ишкинин менән Альфред Абдуллиндар әлеге мәлдә 3125 гектар майҙанда игендәрҙе туҡландырҙы ашлама менән. Фәнил Исмәғилов, Риф Исхаҡов, Уран Йосопов, Ришат Собханғолов, Фәнүр Ялсығоловтар баҫыуҙарға ашлама индереҙеләр. Күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуҙа һәм дым ҡаплатыуҙа Айбулат Әбдрахимов, Инсаф Хәйбуллин, Илдар Яманһаров, Илфак Боҫҡанов, Илдар Аблаев, Илдан Боҫҡановтар эшләйҙәр. Барлығы 2,256 гектар дым ҡапланыҡ. Эш етәрлек, шуға ла һәр нәмәне үҙ ваҡытында башҡарып өлгөрөргә кәрәк, - ти “Искра” хужалығының Ҡотлоюл бүлексәһе етәксеһе Азамат Аҡһаров.
Ҡыҫҡаһы, районыбыҙ баҫыуҙары, бөгөнгө көндә, ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра тиҙәр бит, бында ла һәр кем үҙ эше менән мәшғүл.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы