

Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, барыһын да намыҫлы башҡарыусы тырыш егет ул. Марсель Марс улы “Искра” хужалығында механизатор булып эшләй. 21 йыл инде руль артында ҡеүәтле беларус тракторын йөрөтә. Әлеге мәлдә ул ең һыҙғанып яҙҙан сәселгән игендәрҙе тәрбиәләү, өҫтәмә рәүештә туҡландырыу һәм химик утау өҫтөндә эш алып бара. Тормош иптәше Ләйсән дә һөтсөлөк фермаһында хеҙмәт итә.
- “Искра” хужалығында эштәр гөрләп бара. Һәр эшсе үҙ һөнәрен белеп башҡара. Алла бирһә, башҡарған хеҙмәтебеҙҙең уңыштары мул булыр тип өмөтләнәбеҙ, - ти Марсель Марс улы.
Уңған Емиловтар ғаиләһе дүрт балаға ғүмер биреп, матур тормош көтәләр. Балалары уңыштарына ҡыуанып йәшәйҙәр, улдары уларҙың данлыҡлы көрәшсе лә. Емиловтар ғаиләһенә ҡарап һоҡланырлыҡ, улар эштә лә, өйҙә лә бар ерҙә лә тырыштар.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы