

Киров хужалығы кооперативында эштәр һәр ваҡыттағыса гөрләп бара. Яҙғы сәсеү эштәрен дә улар уңышлы тамамланы.
- Быйыл яҙғы сәсеү осоронда 10 мең 700 гектар ерҙә арпа, һоло, етен, көнбағыш, кукуруз, соя, рапс, ҡара бойҙай орлоҡтары сәселде.
1850 гектарҙа ҡышҡы ашлыҡ матур ғына үҫеп килә, ә 1500 гектар ерҙә күп йыллыҡ үлән дә яҡшы үҫкән. 500 гектарҙа бер йыллыҡ донник үләнен сенажға һалабыҙ. 2 мең гектарҙан артыҡ пар ере бар. Химик утау бара, ямғырҙар ҙа яуып үтте, Алла бирһә, ҙур уңыш алырға өмөт бар. Механизаторҙар, шоферҙар, эшселәрҙең барыһы ла афариндар! Киләсәктә лә “Тик алға” девизы менән йәшәйбеҙ! - ти хужалыҡтың баш агрономы Азат Кинйәғолов.
Ауыл хужалығы эшсәндәре барыһы ла етеҙҙәр, һәр кем үҙ эшен белеп башҡара. Тырмала, сәсеүҙә, химик утауҙа Салауат Төхвәтуллин, Фларид Төхвәтуллин, Рәфис Сөләймәнов, Азат Абуҡаев, Ришат Минибаев, Руслан Минибаев, Илдар Аҙнабаев, Таһир Ҡәҙерғолов, Хәмит Әбйәлилов, Денис Табилдин кеүек механизаторҙар тырышып эшләйҙәр. Орлоҡ ташыуҙа шоферҙар Фларис Ниғмәтуллин, Руслан Мәҡсүтов, ә аграрийҙарҙы яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеүҙә Раил Буранбаев менән Сергей Даутовтар ҙур тырышлыҡтар күрһәтә. Техниканы ремонтлауҙа иретеп йәбештереүсе Фәрит Хөсәйенов, токарь Рифат Шәйәхмәтов, слесарь Рәйес Ғисмәтуллиндарға етеүсе булмаһа, ашлама керетеүҙә, химик утауҙа эшләүсе егеттәр Илшат Хәсәнов менән Шәүкәт Ишкининдарҙың да ролдәре ҙур. Афарин, егеттәр! Һәр ваҡытта ла эштәрегеҙ уң булһын.
Камил ХӘСӘНОВ, Иҫке Мораптал ауылы старостаһы
Радий Хабиров отметил, что регион сохраняет лидерство по многим показателям. Так, в прошлом году, несмотря на сложные погодные условия удалось собрать более 3 млн тонн зерна. В целом производство сельхозпродукции в 2024 году выросло на 14,2%. Объем федеральной поддержки АПК Башкирии вырос с 2,9 млрд рублей до 4,2 млрд рублей.