

Был хужалыҡтың баш агрономы Ғәҙелхай Боҫҡанов әйтеүенсә, сәсеү эштәрен өс сәсеү комплексы башҡара. Был яуаплы эште Рим Ғәлимов, Илмир Кинйәғолов һәм Фирҙәт Туйгилдин кеүек тәжрибәле механизаторҙар үҙ өҫтөнә алған. Планға ярашлы, яҡынса 4 мең гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарыу ҡаралған.
Юнир Искәндәров, технолог:
- Сәсеү алдынан орлоҡтар ентекләп елгәртелә һәм төрлө ауырыуҙар, зыянлы бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн тейешле препараттар менән эшкәртелә.
Районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәре һәр аяҙ көндө лә әрәм итмәй, уны максималь файҙалы һәм һөҙөмтәле итеп ҡулланырға тырыша. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте – киләсәк уңыштың нигеҙе!
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы