Все новости
Ауылдар тарихы
11 Апреля , 15:15

Ҡара ат

 Ырымбур генерал-майоры тимерселек эшен ҡаты тыйғас, Яманһары ауылынан туғыҙ тимерсе, йылға буйына төшөп, 30 мең уҡ эшләй.

Ҡара ат
Ҡара ат

Риүәйәт буйынса, Ырымбур генерал-майоры башҡорттарҙың тимерселек эшенә ҡаты тыйыу һала. Яманһары ауылынан (Көйөргәҙе районы) туғыҙ тимерсе йылға буйына төшөп (әле лә Туғыҙ тимерсе ауылы бар), 30 мең уҡ эшләй. Ғәбделнасир һәм Ишмәкәй тигән уҙамандар майорға ҡаршы ихтилал күтәрергә йыйына.
Батша ярандары халыҡтың йәшерен рәүештә уҡ-һаҙаҡ эшләүен белеп ҡала һәм, 120 башҡортто тотоп, Мәләүез зинданына яба. Ырымбурҙа уларҙы ҡотҡарырға уйлап йөрөгән Ғәбделнасир менән Ишмәкәй иғлан ишетеп ҡала: «Әгәр башҡорттар атаманға лайыҡлы саптар ат тапһа, ҡулға алынған башҡорттарҙы иреккә сығарабыҙ».
Ишмәкәй бәйгегә үҙенең бер ҡасан да ал бирмәгән ҡара атын сығара. Шарт буйынса, аттар 13 саҡрым ярышырға тейеш. Дүртенсе әйләнештә Ҡарат артта ҡала. Атаман яҡлылар шатлана башлай. Шул саҡ халыҡтың зар тулы һулышын, ынтылышын тойоптор, Ҡарат алға сыға һәм халыҡты язанан, үлемдән ҡотҡара.

«Ҡара ат» йырының көйөргәҙеләр хәтерендә айырыуса ныҡлы һаҡланыуы аңлашыла. Был яҡта тыуған булыуы ла, ваҡиғалар, урын, ер-һыу менән бәйлелеге лә йыр мөхитен тотороҡло итә. Көйөргәҙелә яҙып алынған йыр варианты көйө менән дә, һүҙҙәре менән дә яңы, һирәк ишетелгәндәрҙән булды.

Ҡара ат (оҙон көй)

Алға ғына ынтыл, ай, ҡаратым,
Елберҙәтеп ҡырас ял өсөн.
Аяма ла йәнең, һай, ҡаратым,
Йөҙ егерме батыр ҡаны өсөн.

Алдан ғына саба, алын бирмәй,
Янарал да, майор аттары.
Күҙҙәрен дә текәп, текәп ҡарап атҡа,
Әжәл көтә башҡорт ҡарттары.

Аяғыңды ҡарат ер тотамы,
Әйҙә ынтыл, бирмә алдарҙы.
Йөҙ егерме башҡорт ҡан-йәш түгә,
Ағыҙма тип, беҙҙең йәштәрҙе.

Автор:
Читайте нас: