Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
3 Декабря 2023, 10:40

Түҙгәнгә - түш ите

Таймаҫ юлы проблемаһына ҡарата яуап биргәндәр.

Түҙгәнгә - түш ите
Түҙгәнгә - түш ите
Сираттағы (йөҙөнсөлөр) тапҡыр. Үткәнендә, Р. Хәбиров менән тура бәйләнеш ваҡытында, ошо юлға һәм Ялсыҡай күперенә ҡағылышлы һорау булғайны. Рәхмәт, уны хатта уҡып ишеттерҙеләр (һорау оҙон ине, бик ныҡ ҡыҫҡартып бирҙеләр). Радий Фәрит улы 50 кеше йәшәгән ауылдарға илткән юлдарға асфальт һалмайбыҙ тип ҡырт киҫте. Нимәгәлер өмөт итеп ултырғандар, ауыҙына һуҡҡандай, аптырап ҡалды....
Бына, йәнә бер ҡат таптырғас, беҙҙә (Ялсыҡай, Таймаҫ, Зәк яҡтарында) ҡайҙан 50 кеше генә йәшәһен, ике меңләп халыҡ көн итә....
Яуабын үҙегеҙ күрәһегеҙ. Кәнсәләр теленән әҙәмсәгә әйләндерһәк, яҡынса, ошолай була: Түҙегеҙ. 
Автор:
Читайте нас: