

Етмәһә, анауындай көндә - ямғыр яуа. Яумаһа ла, был юлдан китмәҫкә ине, Таймаҫ юлы, исеме есеменә тап килеп тора, күптәр бында тайҙы, ауҙы, машинаһын емерҙе инде. Юл ғазаптарына түҙмәгәндәр ситкә китеп тайҙы. Бына һин дә хәҙер, аңды-тоңдо белмәй барып, ауып ятаһың. Ҡайҙа йығылырымды белһәм, һалам түшәр инем, ти халыҡ, Таймаҫ юлын һалам да ҡотҡара алмай. Кисә, ныҡ көсәнеп, үҙеңде күтәреп тә маташтылар. Күтәрҙеләр! Торғоҙа алмағас, ҡулдарын һелтәп, юлын да, башҡаларын да әрләп, ҡайтып киттеләр. Бөгөн, бәлки, уңырһың, тыуған ереңә ҡайтып китә алырһың. Ҡышты Таймаҫта ҡышламаҫһың тип өмөтләнәбеҙ.