Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
22 Января , 16:52

Утрауҙағы ял

Ике яҡтан да юлдар бикләнде.

Утрауҙағы ял
Утрауҙағы ял

Ялсыҡай  ауылы утрауҙа ҡалды, оло донъянан бөтөнләй айырылды. Тураға, ҡалаға табан, киткән юл да юҡ, Таймаҫҡа табан да барырлыҡ әмәл юҡ. Таймаҫҡа бара алһалар, унан Свобода аша, урау юл менән булһа ла, ҡалаға етә алырҙар ине. Ныҡ һалған, бая уҡ сыҡҡан юл техникаһы, күпме тырышмаһын, һаман финишҡа барып етә алмай аҙаплана. Ялсыҡайҙа ҡаланыҡылар күп, бына һиңә, тик торғандан оҙайлы ялдар булды ла ҡуйҙы (рәхмәт һиңә, ҡыш). Бер ҡыйындың -бер рәхәте, тыуған ауылдарында оҙағыраҡ булдылар, бурандар булмаһа, ҡасан шулай оҙаҡ ял итә алырҙар ине? 

Автор:
Читайте нас: