Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
2 Апреля , 07:54

Ҡумта түгел, портрет кәрәк

Иртә ныҡ томанлы булһа ла, улар әллә ҡайҙан күренеп тора.

Ҡумта түгел, портрет кәрәк
Ҡумта түгел, портрет кәрәк
Күмертау ҡалаһының Совет урамы, унан бер тапҡыр ғына үтһәң дә, мәңге онотмаҫлыҡ урам - йыл да ремонт яһайҙар, ремонт яһаған һайын урамдары нығыраҡ боҙола. Әле лә был урамдан үтерлек түгел, машинаңды ҡайһы яҡҡа борма, ярҙам итмәй, барыбер ниндәйҙер соҡорға барып сумаһың. 
Берәүһе, аптыраған көндәндер, иң эре тип һаналған соҡорҙарҙы күрһәтеп, шешә, ҡағыҙ коробка ҡуйған. Хатта барлыҡ магазиндарҙан һоранып алһаң да, Күмертауҙағы бөтөн соҡор-саҡырҙарҙы ҡаплау өсөн ҡағыҙ ҡумталарҙы еткереп булмаҫ. 
Ҡайһы бер ҡалаларҙағы һымаҡ, кем ошо урамды ремонтлаған, шуның портретын ҡаҙап ҡуйһаң, отошлораҡ булыр ине.  
Автор:
Читайте нас: