Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
10 Апреля , 08:57

Күңелде ҡайғы баҫмаһын

Байрам көндө яҙа торған тема түгел дә һымаҡ.

Күңелде ҡайғы баҫмаһын
Күңелде ҡайғы баҫмаһын

Әммә... Яҙмай ҙа булмай, бигерәк йәнде өйкәй. Беҙ район-ҡалалғы бөтөн булған юл бәләләрен яҙып бөттөк тип уйлап, иркенләп ултыра инек. Киләһе яҙға тиклем, йәнәһе, был темаға тотонмабыҙ (ә киләһе яҙҙа юлдар барыбер алама буласаҡ - күрерһегеҙ). Уңарсы, әлбиттә, йәйе лә бар, көҙө бар. Насар юлдар - мәңгелек тема, ҡыҫҡаһы.

Марьевка юлы ҡалған. Бына уның хәле әлегә ошолайыраҡ. Был фотоны кисә кис кенә ебәрҙеләр. Күперҙәре һыу аҫтында. Бөгөнгө дини байрамды иҫкә төшөрөп, шуны ғына әйтергә ҡала, түҙегеҙ, өмөт итегеҙ. Күперҙе һыу баҫһа баҫһын, күңелдәрҙе ҡайғы баҫмаһын. 

Автор:
Читайте нас: