Все новости
АУЫРТҠАН ЕР
13 Апреля , 16:06

ЭКО-СИТИға тарыма

Тарыһаң, арыма. 

ЭКО-СИТИға тарыма
ЭКО-СИТИға тарыма
Һеҙгә сүп ташыған өсөн яңы квитанциялар килдеме ул? Уны күргәс, бот саптығыҙмы? Иҫтән яҙып йығылмағас, бик хуш. Беҙ йығыла яҙҙыҡ. Кемгә 14, кемгә 17 мең тип килгән. Был донъяла ошондай хәлгә ҡалған беҙ генәме икән тиһәк... Ҡайҙа, ЭКО-СИТИ бүлмәһенә яҡын барырлыҡ түгел, кемеһелер хатта илап тора. Бер ауыл кешеһе осраны: миңә 34 мең һумға килгән ти. Йөҙө ағарған. 2019 йылдан бирле, ҡайҙандыр ниндәйҙер мәғлүмәт табып, иҫәпләгәндәр, имеш. Биш кеше урынына бер кеше өсөн генә түләп барғанһығыҙ, оятһыҙҙар, фәлән дә фәсмәтән, имеш. Бөтәһенең дә ҡулында справка, дәлил. Беҙ был фатирҙа, йортта 2020 йылда ғына йәшәй башланыҡ, ә ҡәйнәм 2021 йылда үлде, уға ла иҫәпләгәнһегеҙ, ул, нимә, теге донъяла ла беҙҙең тормошто сүпләп ятамы балабыҙ 2022 йылда тыуҙы, уға 2019 йылдан уҡ яҙғанһығыҙ... Мәхшәр. 
Сүп реформаһы шәп бара, унан ҡасып та ҡотолорлоҡ түгел. Күҙ йәштәрен сығара-сығара бара. Әллә беҙ алдаҡсы (йәшенеп ятып, түләмәгәнбеҙ), әллә, киреһенсә, икенсе береһе беҙҙе ныҡ алдай. 
Фотола: Яңы Таймаҫта реформа ошолай сағылыш тапты.  
Автор:
Читайте нас: