Элек ауыл урамында матур асфальт ине, шишмә лә ҡараулы ғына булды. Һуңғы ике-өс йылда юлдар ныҡ боҙолдо. Асфальтты ауыл урамы эсенән йөрөгән ҙур йөк машиналары боҙоп бөттө. Улар элек урау юлдан йөрөй, Юшатыр йылғаһы кисеүенән үтә торғайнылар, хәҙер урам уртаһынан елдерәләр. Красный Маяҡтан боролоп Ҡалтаға бара торған 5-6 км арауыҡтағы юлды ла үтерлек түгел. Унда асфальт түшәлмәгән, хатта грейдер ҙа үткәне юҡ. Еңел машина менән бер ҙә барып булмай. Барлыҡ күрше ауылдарҙа ла асфальт, ә беҙҙә юҡ. Беҙгә тейеш күперҙе лә Красный Маяҡҡа һалып ҡуйҙылар. Әйтерһең дә Ҡалта түгел, ә күрше ауылдар дан алған Баязит Бикбай менән. Мәктәпте лә бөтөрҙөләр, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла юҡ, кем укол һала белә шуға йөрөй ауыл халҡы, был бит дөрөҫ түгел. Автобус та юл насар тип Морапталға тиклем генә йөрөй. Әгәр ҙә Ҡалтаға тиклем барһаң өҫтәмә 80 һум түләргә кәрәк. Күмертау менән Мораптал араһы 120 һум, ә Мораптал менән Ҡалта араһы 80 һум (ҡаланан Ҡалтаға автобуста 200 һумға ҡайтаһың) килеп сыға. Юл алама булғас Ҡалтаға барыу күпкә ҡыйбатыраҡ. Мәҫәлән, Морапталдағы таксистарға Ҡалтаға алып бар тиһәң, 300 һум һорайҙар, сөнки юл насар. Был бит мыҫҡыл, әгәр ҙә Баязит Бикбайыбыҙ иҫән булһа, ғәрлегенән нишләргә белмәҫ ине. Халыҡтан көлөү тип әйтер инем был хәлде.
Ҡасан беҙҙең ауылға ла иғтибар бүлерҙәр икән?
Нажия ХӘЗИЕВА
Темаға бәйле мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.