-6 °С
Облачно
Әллә нисә йылдар дауамында ошо турала яҙабыҙ, илайбыҙ, инәләбеҙ, орошабыҙ, ә һөҙөмтә юҡ. Егерме беренсе быуатта йәшәйбеҙ, ә беҙҙең юлдарға ҡараһаң, һаман булһа тышта 19 быуат кеүек. Видеола Яҡшымбәт - Көйөргәҙе юлы. Аҙаҡҡы йылдарҙа ғына ошо юлды күрһәтеп, нисәмә фото-видео төшөрөлдө, уларҙы бергә йыйһаң, "Көйөргәҙе районы юлдары" тигән музей булдырырға булыр ине, туризмды үҫтерәбеҙ тип маҡтанабыҙ бит, килһендәр ине туристар (килә алһалар, беҙҙең юлдан үтә алһалар), " ғибрәт экспонаттарҙы" ҡараһындар һәм беҙҙе йәлләһендәр - был донъға түҙеп, былар нисек йәшәй икән?