-4 °С
Облачно
Асфальт һалынып бөтмәгән ара. Тәүҙә былтыр мотлаҡ һалабыҙ тинеләр, килеп сыҡмағас, быйыл мотлаҡ тинеләр. Уңарсы был арауыҡта машиналар яфа сигә. Бөгөн бер машинаның ҡорһағы тишелгән, водитель ҡапыл ғына күрмәгән-һиҙмәгән, майы әллә нисә километр ағып барған. ГАИ килде.
- Юл идаралығын судҡа бирәбеҙ, был ни ғәләмәт, ҡорһаҡты икенсегә тишәм, - автомобиль хужаһын аңлап була, запчасть та, эше лә ҡыйбат хәҙер - эре-эре таштар һалып сыҡтылар, молокандар әллә күпмеһен, мунсаларына тип, ташып бөттө.
ГАИ егеттәре "судҡа бирһәгеҙ ҙә бер ни килеп сыҡмаясаҡ" тип йәндәрен үртәй. Протокол төҙөнөләр. Артабан эштәр нисек булып бөтөр - ваҡыт күрһәтер.