Яңы Таймаҫ Р. Солтангәрәев исемендәге гимназияла, улай ғына ла түгел, Көйөргәҙе районында эшләүенең һуңғы көнө.
Күңелде бушлыҡ баҫты. Иң шәп, иң актив, инициативалы кешеләрҙе, йәштәрҙе юғалтабыҙ, ә урындағылар ыһ та итмәй, китһә ни, китә бирһен тигән кеүек йәшәй бирә. Йәшәй бирәбеҙ тип әйтергә кәрәктер. Киләсәкте ҡайғыртмай, бөгөнгө менән, үгеҙ үлһә ит, арба ватылһа - утын тип көн итәбеҙ. Ниңә китә? Районда переспектива юҡ. Ауыл башлығы булыр тип көттөк, килеп сыҡманы, ҡоролтай рәйесе итеп һайларбыҙ тинек, быныһы ла булманы. Улай ғына ла түгел, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе вазифаһынан да алып ташлағандар... Ә бит Гөлназ Флүр ҡыҙының идеялары бихисап ине, мәҫәлән, шул уҡ район ҡоролтайының кеҫәһе буш булмаһын тип, грант яҙырға. (Теге саҡ Өфөнән килгән ҡоролтай ағзалары тап шуға һуҡтырғайны, хатта өйрәтеп киттеләр: шулай итегеҙ, былай итегеҙ) Әммә... Уны ишетмәнеләр, әйҙә, йыйылайыҡ тип әллә нисә өндәшһә лә, ҡоролтайҙың йыйылырға бер теләге лә булманы...
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.