Лена менән Ялсыҡай ауылы араһын. Теге көн Бәләкәй Муса ауылы янындағы юлға (УДХ-ға ҡарай - республика юл хужалығы идаралығы) асфальт түшәй башлаған фотоларҙы ҡуйғас, кешенең асыуы ҡабарҙы: аҡсағыҙҙа ҡайҙа ҡуйырға белмәйһегеҙме әллә, беҙгә (Яҡшымбәт, Мораптал, башҡа ауыл халҡы) түшәгеҙ тип, дыу килде.
Урындағы властарҙан һораныҡ: нимә тип яҡшы юлға тағын асфальт түшәйҙәр ул, был аҡсаға Лена менән Ялсыҡай араһына, исмаһам, ҡырсын һалһалар, бөтәбеҙ ҙә отор инек. Хакимиәт ҡулын йәйҙе: УДХ беҙҙән һорап тормай, тота ла эш башлай.
Беҙ, ахырҙа, үҙебеҙ Өфөгә шылтыратырға булды - бынауы юлды ҡалайтаһығыҙ?
Мәҡәлә үткән һанда гәзиттә баҫылды.