Таймаҫтарҙы иң ныҡ нимә яфалай, билдәле, юлдар. Был юлы ауыл эсендәге юл тураһында һүҙ бара. Ауылға килеп төшкәс тә башлана ине михнәттәр, соҡор өҫтөнә соҡор, ҡасандыр һалынған асфальттың исеме генә ҡалған, уңға боролһаң да тишек, һулға тартһаң да соҡор.
Теге саҡ ауылда сход булғанда был хаҡта ауыл халҡы өндәште, быныһынан бигерәк, район башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Руслан Әминев үҙе килгәйне сходҡа, ошо урам аша үтте, үткән саҡта нимә уйлағандыр, әммә һөҙөмтәһе яҡшы: райондан аҡса бүлгәндәр. Әле эштәр башланған (тишек-тошоҡто ямап ҡына ҡалмай, өҫтөнән тотошлай асфальт та һалынасаҡ), тиҙҙән бөтөрөп тә ҡуйырҙар, таймаҫтар рәхәткә сығырҙар.