АУЫРТҠАН ЕР
24 Май 2025, 08:41

Түҙемле трактор

Молоканда трактор ултыра.

Түҙемле тракторТүҙемле трактор
Түҙемле трактор

Байтаҡтан ултыра тип беҙгә яҙалар ине, әле күрҙек. Яҡшымбәт юлы бит, үҙегеҙ беләһегеҙ, әҙәм ыстырамы, барғансы йәнең сыға яҙа, шуға, ундай-бындай юл техникаһы күренгән һайын, йөрәк терт итеп ҡала- әллә тотоналармы, башлайҙармы? 
Башламайҙар. Шул көйө, элеккесә, ҡылтырлап, оса-һикерә йөрөргә кәрәк буласаҡ, бөгөн Яҡшымбәт мәктәбендә булған район башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары ғына аҙыраҡ өмөт уты тоҡандырҙы: барыһы ла һәйбәт кенә, уйлағанса барһа, быйыл уҡ, Яҡшымбәткә тиклем үк, бәлки, асфальт һалып та ташларҙар.
Ә трактор-каток әлегә түҙемле генә көтә. Техниканың йәне юҡ, күпме ултырһа ла ултыра алыр, әҙәм балаһының ғына түҙемлеге сиктән сығып бара. 

Автор:
Читайте нас