Бөтә яңылыҡтар
АУЫРТҠАН ЕР
29 Май , 12:11

Октябргә тиклем өлгөрөрмө?

Элек һәр ҙур эште Бөйөк Октябрь байрамына тамамлайыҡ ти торғайнылар.

Октябргә тиклем өлгөрөрмө?
Октябргә тиклем өлгөрөрмө?

Ермолаевоның был күпте күргән бассейнын мотлаҡ был ҡыҙыл датала асмаһалар ҙа ризабыҙ, етмәһә, ул, яңы иҫәп менән, ноябргә тура килә, быныһынан бигерәк, коммунистар заманы ла үтте. 
Әле бассейнды яйлап ҡына ремонтлай башлағандар. Беҙ ингәндә, унда бер йәш кенә егет, малай тиһәң дә була, плиткалар түшәп ултыра ине, эстә эшләгән кешеләр әллә ҡайҙа китте, тиҙҙән киләләр, тине. 
- Күпме ул эшселәрегеҙ?
- Юҡ, аҙбыҙ.
Бассейн октябрь башында асылырға тейеш. Әммә тейеш, асыла тигән һүҙҙәрҙе 2019 йылдан бирле күп ишеттек, алдандыҡ, был юлы нисек булыр?

Автор:
Читайте нас