Бөтә яңылыҡтар
АУЫРТҠАН ЕР
1 Июль , 16:49

Ирме һеҙ, әллә ир түгелме?

Азат Галиев: Михелевка - Н. Бабаларово бөтөнләй ҡурҡыныс.

Ирме һеҙ, әллә ир түгелме?
Ирме һеҙ, әллә ир түгелме?

Уныһы шулай, Азат, әйтәһе түгел. Бөтөн Яҡшымбәт (Түбәнге Бабаға тиклем) өсөн әйтә алмайбыҙ (уның яҙмышы нисек булырын бер кем дә белмәйҙер ул), әммә Молоканға барып етер алдынан бата-һикерә-сума торған юл арауығы өсөн был аҙнала башлыҡ урынына ҡалған Урал Ибраһимов юл хужалығының кәрәген бирҙе.
- Тәүҙә июнь тинегеҙ, аҙаҡ июлгә күсте. Тора-бара август та булып китеп, унан ҡар яуыр... Һеҙ бит һүҙ бирҙегеҙ был араға асфальтты үҙ иҫәбебеҙгә түшәйбеҙ тип. Ирҙәр бармы һеҙҙең арала? Вәғәҙә бирҙегеҙ - эшләгеҙ. 1 авгутса был юлда асфальт ятмаһа, тимәк, һеҙ ир түгел. 
Беҙ ҙә, башҡа бик күптәр -  Молокан, Ҡунаҡбай, Яҡшымбәт, Көйөргәҙе, Бабалар яғына йөрөгәндәр менән бергә, көтәбеҙ: ирме һеҙ, канса-кансов, ир түгелме?

Автор:
Читайте нас