Ҡайҙа барма, бер һүҙ: инвестор килде, шунса аҡса һалды, эш урыны асты. Ҡыуаналар. Әммә Көйөргәҙе районы инвесторҙарҙан бик уңманы, ахры. Маяҡта май заводы шәп эшләй тип, кәпәсте күккә сөйәләр, Ҡытайға әллә күпме көнбағыш май оҙатҡан, фәлән дә төгән, ә беҙ яфаланбыҙ, заводтың машиналары юлдарҙы әҙәм ҡарағыһыҙ итә. Шәбағыш, Күмертау, Ермолай, Маяҡ ауылының үҙенең юлдары... Бер юлы, иҫләһәгеҙ, Ермолаевоның Мичурин урамында йәшәүсе халыҡ бола ҡуптарҙы – йәшәрлек әмәл ҡалманы, юлды бөтөрөүе бер эш, беҙҙе саң менән ҡаплайҙар. Улай-былай итә торғас, урамдарына асфальт түшәнеләр, саң борҡоуы туҡтаны, әммә юлдары, яңы асфальттары барыбер емерелә бара.
Керәүле-Илюшкин яҡтарында ла инвесторҙары менән ҙур бәлә...
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында баҫыла.