Башкиравтодор – банкрот. Был ойошмаға ҡараған бөтөн предприятиелар, шул иҫәптән, беҙҙең ДРСУ (Мораҡҡа ҡушлаһалар ҙа, халыҡ телендә ул һаман шулай, беҙҙеке булып йөрөй) туҡтап ҡалды. Хәлдәр был алама яҡҡа китмәһә, Молокан юлына асфальт һалып бөтөрҙәр ине, быныһынан тыш, Керәүле, Яңы Уралка юлдарына ла ремонт башланғайны... Әле ДРСУ эшселәре ялға ебәрелгән (көсләп), солярка юҡ, ут юҡ, һыу юҡ тигәндәй, тере мәйет хәлендә ҡалдылар. Тиҙҙән ҡыш. Ул көттөрмәй торған, ә юлдарҙы кем таҙартыр? Республика юлдарын (районда улар күп – Свобода, Яҡшымбәт, Михайловка, Таймаҫ, Керәүле....) ҡар баҫыр ҙа беҙ бер ҡайҙа ла сыға алмай ултырырбыҙмы? Әле ҡайҙалыр грейдер кәрәк тип һорайһығыҙмы - онотоғоҙ!
Бөгөн ошо темаға район башлығы кәңәшмә йыйған...
Был ауыр теманы гәзиттә яҡтыртырға тырышырбыҙ.