Бөтә яңылыҡтар
АУЫРТҠАН ЕР
8 Октябрь , 10:48

Ҡалтаға автобус йөрөй башлаймы?

Мораптал яҡтарының иң оло бәләһенең береһе - ошо.

Ҡалтаға автобус йөрөй башлаймы?
Ҡалтаға автобус йөрөй башлаймы?

Автобустарҙың ауылдарға йөрөмәү проблемаһы - юлдарҙан ҡала, икенсе урында торған проблемалыр ул. Гел, попутка тип, юл сатында ҡул болғап тороп булмай, такси... Хаҡын үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡалаға бер барып ҡайт та аҙна буйына ас ултыр.
Морапталдар ҙа бик яфа сигә ине автобус йөрөмәгәнлектән. Һәйбәт яңылыҡ: Яңы йылдан Яңы Ҡалтаға автобус йөрөй башларға тейеш. Әле тендер иғлан ителгән, пассажирҙарҙы ташыусы булараҡ кем еңер, быныһы мөһим түгел, иң мөһиме - автобус ғына йөрөһөн. 

Автор:
Читайте нас: