Бында әле ни бары өс бала уҡый. Заманы шундай: ике-өс уҡыусы өсөн береһе лә мәктәпте аҫырап ятмай, уҡытыусыға, иҙән йыуғанға эш хаҡы, йылыға, утҡа түлә. Иң шәбе: яптың да оноттоң.
Былтыр Павловка ауылы менән шулай иткәйнеләр, Михайловка, Ялсыҡай мәктәптәре быйыл шул уҡ яҙмышты ҡабатланы, сиратта Абдул йәки Яҡуп, Иҫке Отрада, Яҡут, Кинйә-Абыҙ...
Бөгөн Ҡаҙарма ауылы әсәләре башлыҡ янына килгән - ялбарыуҙары шул - япмағыҙ. Әммә...
Теге саҡ Ялсыҡайҙа ла әсәләр шулай уҡ һорау биргәйне, берәй нисек итеп ҡалдырып булмаймы мәктәбебеҙҙе? Революцияға тиклем дә булды мәктәп, Совет заманында ла (хатта ауыр һуғыш йылдарында ла уны япманылар). Юҡ. Булмай. Күнегеҙ, өйрәнегеҙ. Оптимизация.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.