Урамдан йөрөрлөк түгел, тегеләй ҙә былай ҙа соҡоп бөттөләр ҙә, урамдың аҫтын өҫкә килтерҙеләр, осоп үтергәме ауыл өҫтөнән? Мәктәпкә балалар бара, бот төбөнә тиклем батҡаҡҡа сумалар, фәлән-фәсмәтән-төгән тип видео тараттылар.
- Һыу торбаларын алмаштырмаһаң, алмаштырмай тиҙәр, алмаштырһаң, ниңә ерҙе соҡоноң тиҙәр... Аптарарһың был халыҡҡа, әлегә бит ерҙе ҡаҙмай ғына һыу торбалары үткәрә торған механизм уйлап тапмағандар ғалимдар, - Илкәнәй ауылы биләмәһе башлығы Рөстәм Вахитов бер аҙ зарланып алһа ла, эште тиҙ тота торған кеше, барып урамдарҙы ҡырып та ташлаған.