Бөтә яңылыҡтар
АУЫРТҠАН ЕР
7 Декабрь , 08:31

Абдул, Кинйә, Тимербай, Ҡарай ауылдары халҡынан хат

«Юшатыр» гәзите коллективына ҙур хөрмәт, ихтирам һәм ышаныс менән ярҙам һорап Абдул, Кинйә, Тимербай, Ҡарай ауылдары халҡынан:

Абдул, Кинйә, Тимербай, Ҡарай ауылдары халҡынан хат
Абдул, Кинйә, Тимербай, Ҡарай ауылдары халҡынан хат

ХАТ
Беҙҙең Абдул мәктәбе – тирә-йүндә булған берҙән-бер урта белем биреү усағы. Уға төп Абдул ауылы балалары һәм үрҙә күрһәтелгән күрше ауылдарҙан балалар автобус менән йөрөтөп уҡытыла. Мәктәп коллективы уңышлы эшләп килә. Унда үҙ һөнәрен яҡшы белгән, тырыш уҡытыусылар эшләй, тәрбиә эше яҡшы ҡуйылған. Суицид, наркомания, эскелек, тәмәке тартыу кеүек күренештәр юҡ.
Беҙҙең, ата-әсәләрҙең, ҙур проблемаһы бар. Йыл һайын район мәғариф бүлегенән, мәктәпте 9 йыллыҡҡа ҡалдырабыҙ, оптимизация, тиҙәр. Шуға ла ата-әсәләр балаларын 9-сы кластан ҡалаға: 3-сө БРГИ-ға уҡырға ебәрергә тырыша, сөнки 10-сы класты бында уҡыу менән 11-се класта мәктәп булмай , ә алда – БДИ. Бына быйыл 11-се класты 7 уҡыусы уңышлы тамамланы, ә икенсе йылға 11-се класҡа - 2, 10 класҡа 5 уҡыусы килә. Киләһе йылдарҙа үҫеш күҙәтелә. Сағыштырыу өсөн 8-се класта 8 бала, 7-се класта 9 бала, 6-сы класта 8 бала, 5-се класта 6 бала уҡыясаҡ. Быйыл 1-се класҡа 8 уҡыусы килә. Абдулда күп балалы ғаиләләр һаны - 14, балалар баҡсаһына 19 бала йөрөй. Патронатҡа алынған балалар һаны – 10. Оптимизация тип мәктәпте ябып ҡуйһаҡ, ҙур яңғылышлыҡ булмаҫмы? Тимербай, Кинйә, Ҡарай ауылдары балалары ҡалаға китһә, райондағы балалар һанына ҙур кәмеү янамаймы?
Икенсе проблема: мәктәп булмаһа, ауылдан йәш ғаиләләрҙең күсеп китеүе артасаҡ. Абдул ауылында быйыл ғына Айҙар Сабанчин, Илнур Сабанчин, Илмир Якибаев өйләнеп, йәш ғаиләләр барлыҡҡа килде. Күп балалы ғаиләләр Айнур Ниғмәтуллин, Фидан Ишмөхәмәтов сертификат алып яңы йортҡа күстеләр. Алик Собханғолов (4 бала тәрбиәләй) өй һала.
Улар балаларын ситтә уҡытырмы? Шундай уҡ проблема Тимербайҙа, Ҡарайҙа, Кинйәлә күҙәтелә.
Патронатҡа алынған балалар ғаиләлә тәрбиәләнәһе урынға тағы ла интернатҡа китергә тейеш буламы?
Закон буйынса был мәсьәләне сход хәл итергә тейеш. Ул ҡасан була икән?
Абдул ата-әсәләре исеменән:
Лилиә КАЗБАЕВА,
Эльвира СОБХАНҒОЛОВА,
Лилиә НАСИРОВА,
Ғәлиә НИҒМӘТУЛЛИНА;
Ҡарайҙан:
Эльвира ӘҘЕҺӘМОВА;
Кинйәнән:
Зөһрә ҒИСМӘТУЛЛИНА;
Тимербайҙан:
Нәсимә ТАЗЕТДИНОВА
һәм башҡа ата-әсәләр.  28 июнь, 2017 йыл

Редакциянан: был әллә ҡасан гәзиттә баҫылған һәм уға яуап яҙылған хатты ниңә бөгөн иҫкә алдыҡ - әле лә был һорау бик ҡырҡын тора. Белгәне -белә, аңлағаны - аңлай, теманың дауамы гәзиттә буласаҡ. 

Автор:
Читайте нас