Бөгөн Эко- Сити вәкиллеге ултырған офис янына үтерлек түгел (Күмертау, Совет тыҡырығы). Үтеп ингән хәлдә лә, эсендә һыйырлыҡ әмәл юҡ, ҡобаралары осҡан халыҡ менән тулған. Ни булған тағын тип баш ватып ҡына ултырһаҡ...
Шылтырата башланылар. Яҡшымбәт, Ҡансыра, Керәүле... Эко-Ситиның Ермолаеволағы филиалын ябып ҡуйҙылар (бында ла оптимизация), хәҙер ауыл кешеһе лә ҡалаға саптырырға тейеш, Күмертауҙыҡылар һыймаған офистарына Көйөргәҙе районының асыуҙан шарталар хәлгә еткән кешеләре лә килеп туласаҡ.
Берәүгә сүп өсөн 3 мең һумлыҡ квитанция килгән, вис кенә түләп барам, ҡайҙан алғандар был сумманы тип аптырай. Икенсеһенә 6 меңгә килгән, өсөнсөһөнә 50 мең (!) һум бурысың бар тип тоттороп киткәндәр.
Перерасчет булған тиҙәр Эко -Ситила. Йәғни, башҡа төрлө сығанаҡтар буйынса йортта, фатирҙа нисә кеше йәшәй икәнен ҡарағандар (берәүҙең 4 йыл элек үлгән атаһын да килтереп ҡыҫтырғандар). Ҡыҫҡаһы, Яңы йыл алдынан бик шәп сюрприз әҙерләгәндәр халыҡҡа. Элек силсәүиттән, мәҫәлән, йортомда шунса кеше пропискала торһа ла, ысынлап бары тик бер генә кеше йәшәй тип справка алып ҡотолорға була ине. Хәҙер ҡалайтырға? Балаң ситтә уҡып йәки ситтә йәшәп йөрөһә лә уның өсөн түләргәме? Түләмәһәң, билдәле, бурысың приставтар ҡулында буласаҡ һәм һинән барыбер тейешле сумманы шаҡарасаҡтар... Бына һиңә сюрприз, бына һиңә Яңы йылға бүләк!
Теманың дауамы гәзиттә буласаҡ.