Бөтә яңылыҡтар
АУЫРТҠАН ЕР
20 Ғинуар , 10:36

Ул аҡсағыҙға үҙегеҙ эшләгеҙ!

Бөгөн район хакимиәтендә Почта эшенә ҡағылышлы һөйләшеү булды.

Ул аҡсағыҙға үҙегеҙ эшләгеҙ!
Ул аҡсағыҙға үҙегеҙ эшләгеҙ!

Күптән кәрәккән осрашыуҙыр был, почтаға бәйле һорауҙар бихисап, бик йыш һорауға яуап та табып булмай, бөгөн бәғзе береһенә яуап алдынды кеүек. Бөтәһенең дә күңеленә хуш килдеме был яуаптар – быныһы башҡа тарих.

Мәләүездән почта начальнигы Лидия Веселова үҙе килгән. Уның һүҙҙәренсә, Көйөргәҙе районы гәзиттәргә яҙылыу осорон ярайһы ғына үткәргән – үтәлеш  87%. Билдәле, хәлдәр бөтә ерҙә лә шәптән түгел, ошо фонда беҙҙең район аламалар иҫәбенә инмәй. Йәмғеһе 16 почта бүлексәһе эшләй районда, проблемалар, әлбиттә, бар. Ҡайһы бер ауылдарҙа почта начальниктарын табып булмай. Биналар менән дә бәләле ауылдар бар – Керәүле, Молокан (ауыл башлығы ҡаршы төштө был ғәйепкә: Молоканда бина бынамын тигән, йылытыла). Яңы Таймаҫта бер йәш кенә ҡыҙҙы алдыҡ, тине Лидия Александровна, әлегә интернеты юҡ, бөгөн, ышанабыҙ, уны үткәрерҙәр. Быныһы шәп тә ул, әммә әлеге йәш ҡыҙ эштән китеп тә бара икән, артабан кем почтальон булыр – бер кем белмәй.

- Почтальондарҙың эш хаҡы күпме һуң ул?

- Йәшәү минимумы, - тине начальник. Йәғни, үлмәҫлек.

Кеше ниңә почтаға эшкә бармай – эш хаҡы түбән. Был аҡсаға үҙегеҙ эшләгеҙ тиҙәр.

- Почтаның насар эшләүе арҡаһында гәзиттәрҙең тиражы кәмей, - тип йомғаҡ яһаны район башлығы Лира Рафаил ҡыҙы, - беҙгә гәзиттәрҙе таратыуҙың башҡа юлдарын да эҙләргә кәрәк булыр – волонтерҙарҙы йәлеп итеп, мәҫәлән.

Көнөбөҙ ирекмәндәргә ҡалһа, хәлдәребеҙ нисек булыр, быныһы ла башҡасараҡ, әле беҙ белмәгән, тарих.

Автор:
Читайте нас