Бөтә яңылыҡтар
АУЫРТҠАН ЕР
26 Март , 13:10

Баш та юҡ, түш тә юҡ

Бәхил булмы, Яҙлау юлы?

Баш та юҡ, түш тә юҡ
Баш та юҡ, түш тә юҡ

Был ауылды былтыр ныҡ шатландырғайнылар. Шатлыҡтары оҙаҡҡа барманы әллә?

Былтыр Яҡшымбәт юлынан алып, Яҙлау- Юшатырка – Аҡһары ауылдары аша, артабан Ырымбур трассаһына тиклем, юлды ремонтлай башланылар.  2025 йылдың июнь айы аҙағында булды был хәл.

Беҙ ошолай тип яҙған инек: Аҡһары-Юшатырка-Яҙлау юлына ла быйыл ремонт башлана (ҡырсын түшәү, йәмғеһе 19, 1 км.). Был эштәр өс йылға һуҙыласаҡ.

Был изге эш өс йыл түгел, ярты йылға ла түҙмәне, подрядсы юлды ташлап ҡасҡан – хәлдән килерлек түгел, тигән имеш-мимеш ишетелде..

Был юл арауығын ремонтлау хаҡы 30 079 566,56 һум ине, һатыуға сығарып, әлеге подрядсы тендерҙы отҡас, билдәле, хаҡын ныҡ төшөргән – 50.13 %-ҡа, ошо трассаны ул 15 000 000 һумға эшләргә тейеш булған...

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас