

Яҙ яҙлығын итә, бер яҡтан йылы миҙгел килде тип шатланһаҡ, икенсе яҡтан яҙ беҙҙең кәрәкте бирә.
Ҡалта менән Яҡут күперҙәре, Таймаҫ юлы... беҙ күрмәгән, әлегә белмәгән тағы ла әллә күпме бәләләр барҙыр, бөтәһе янына Молокан-Ҡунаҡбай юлы ла ҡушылды. Бында юлды һыу йырған, быныһы аҙ, юлдың уртаһында тәрән соҡор хасил булған. Кем дә кем был тарафтарға йыйына, иғтибарлы булһындар, абайламай барып, ҡазаға тарыуың да бар.