АУЫРТҠАН ЕР
1 Апреля , 03:33

Мост совсем пропал

В Нижнем Бабаларово, вообще моста не видно, каждый год жители деревни своими силами восстанавливают!

Мост совсем пропалМост совсем пропал
Мост совсем пропал

Был беҙгә кисә генә яҙылған хәбәр-әсенеү.

Түбәнге Бабаның был күпере хаҡында беҙҙең гәзиттә нисәмә тапҡыр яҙылды - иҫәбе-һаны юҡ. Бер саҡ ауыл старостаһы, аптыраған көндән, беҙҙе шул күпергә саҡырҙы: килегеҙ, күрегеҙ. Барҙыҡ, күрҙек, әммә күперҙең хәлдәре бынан ғына яҡшырып китмәне. Бер саҡ Юшатырка ауылы күперен (унда улар икәү) алып, ошонда һалабыҙ тип тә ҡырсындылар, быныһы ла булманы. Артабан нимә булыр, һораһалар, был һорауға бер кем дә яуап бирә алмаҫ.

Ошо мәҡәлә 2021 йылда баҫылғайны:

Айҙар Исхаҡов, район башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡарыусы:- Яҡшымбәт яғына һалынған юлға килгәндә, был юлдың эштәре әле башланырға тейеш түгел ине, проект буйынса аҡса ла күсмәгән, район бюджетында булған аҡсаға юл эштәрен башланыҡ ҡына, проект 2020-2023 йылда башҡарыласаҡ, шуға күрә беҙгә була, беҙгә булмай, тип ҡауға ҡуптарырға иртәрәк, ҡайһы ерҙә уңайлыраҡ шул ерҙән төҙөлөш эштәрен башланылар.

Алла бирһә, Түбәнге Бабаларға ла булыр. Күпергә килгәндә, был күпер бер кемгә лә ҡарамай, ни беҙҙеке түгел, ни Ырымбурҙарҙыҡы, колхоз-совхоз заманында үҙ кәрәклектәренә төҙөп ҡуйғандар ҙа , шул килеш хужаһыҙ тора. Халыҡ араһында ҡауға ҡуптарып, элек әйтелгәнсә, Юшатырҙа ятҡан күперҙе лә алып килеп һала алмайбыҙ. Шулай ҙа, был мәсьәләгә ҡул һелтәп ҡуймайбыҙ, күперҙе официаль рәүештә юллап, осона сығырға тырышырбыҙ.

Автор:
Читайте нас