

...Ялсыҡайға аҡҡоштар ҡайтҡан. Быуала рәхәтләнәләр генә. Бер аҙ көнләшеп күҙәттек был күренеште, юҡ, аҡҡош мөхәббәтенә мөҡиббән китмәнек, һөйөшөү ҡайғыһы түгел, юл ҡайғыһы башыбыҙҙа. Яңы Муса – Лена юлын инде нисәмә йыл эшләп бөтә алмай хитланалар, былтыр ҡыш күп итеп ҡырсын түшәп киттеләр һәм әле был юлдан машина китеп бармай, күлдәрҙәге баяға аҡҡоштар һымаҡ, йөҙөп бара. Етмәһә, автомобилдең төбө тейә, беҙҙең редакцияның машинаһы мөрйәһен эләктереп ватты шунда, ярты район ишетерлек итеп, аҡыртып ҡайттыҡ машинаны.
Аптырағас, кемеһелер, ошо ҡырсын түшәлгән араны урап үтергә маташа. Әле, тапап, яһалма юл һалып бөткәндәр. Әммә был ер кемдеңдер бесәнлегелерме, ике яҡтан да ҡамарға тырышҡандар - ҡулға нимә эләгә, шуны һалып сыҡҡандар. Тик машинаға нимә, был карантинды барыбер урап үтә лә китәләр, ҡырсын түшәлгән «яңы» юлдан барғансы, һикертһә лә, аҫтан, запас юлдан барам. Беҙ – ҡош түгел, юҡһа, был араны өҫтән генә осор ҙа үтер инек.
Теманың дауамы гәзиттә була.