+13 °С
Облачно


Мәмбәтҡол (Ҡалмаҡ) ауылы Еңеү көнөндә зыяраттарын кәртәләгән. Күреүегеҙсә, материалдары сифатлы, бағаналары ҡыҫҡа йәки йоҡа, йүнләп ҡаҙылып ултыртылмаған, фәлән дә төгән ялыулап йөрөгән кеше юҡ һәм булмаясаҡ. Сөнки егеттәр барыһын үҙҙәре башлап, үҙҙәре бөтөргән. Ә үҙеңә тип эшләгәндә, бөтәһе лә барыһын еренә еткереп башҡарырға тырыша - бында уларҙың ата-бабаһы ята.