

Редакциянан: Үткән һанда юлдарға бәйле мәҡәлә сығыр алдынан, ошо уҡ тема ВК төркөмөбөҙҙә лә баҫылғайны. Әлеге ауыр темаға байтаҡ ҡына фекер, әрләү, һуҡраныуҙар булды. Һорауҙар ҙа. Бына быныһын Эльза биргән. Беҙгә билдәле булыуынса, быйыл районда бары тик Молокан юлына (ике саҡырымдан аҙыраҡ, был хаҡта гәзиттә мәҡәлә булды) һәм Керәүле яғына аҙ ғына оҙонлоҡҡа яңы асфальт һалыу ҡаралған. 4 –се Ивановкаға кергән юлға йоҡа ғына асфальт һалынды – бынан, әйткәндәй, ауыр машиналарға бөтөнләй йөрөрлә ярамай, әммә, беҙ күрәбеҙ, унан йөк автомобилдәре, «ыһ» та итмәй, елдереүен дауам итә...
Теманың дауамы гәзиттә киләһе һанда яҙыласаҡ.