

Хәйер, бер улар ғынамы был бәләгә һуҡранғаны, бөтә рҙә шулай кеүек, республика етәкселәренең постары аҫтындағы яҙыуҙарҙы уҡыһаң, йәнгә еңелерәк булып китә – бер беҙ генә түгел икән юл тип яфаланған.
Ҡаҙармаларҙың, билдәле, проблемаһы аҡбалсыҡ ташыған ауыр машиналарға бәйле. Улар йөрөп, юлды бөтөрә. Хаҡ һүҙҙәр, иҡтисадтта эшләгән йөк автомобилдәре ҡайҙа ла яфа (Маяҡ май заводын ғына алайыҡ), шулай ҙа...
Ҡаҙармалар, һеҙҙең юл идеалдан бик ныҡ йыраҡ, шулай ҙа түҙерлек. Быныһына үҙебеҙ инандыҡ, юлдарығыҙға Михайловка менән Таймаҫ халҡы хатта көнләшерлек.
Был темаларҙың дауамы гәзиттә буласаҡ.