АУЫРТҠАН ЕР
11 Июля , 03:39

Ғәфү ит беҙҙе, «Ҡайынҡай»

Был элекке пионер лагеры беҙҙе илап ҡаршы алды.

Ғәфү ит беҙҙе, «Ҡайынҡай»Ғәфү ит беҙҙе, «Ҡайынҡай»
Ғәфү ит беҙҙе, «Ҡайынҡай»

Уны табыуы ла ауыр, урман эсендә тиерлек ултыра, эсенә ингән юл да юҡ. Бот буйы үләнде ярып (айыу ғына килеп сыҡмаһа ярар ине), лагерға үттек, эсенә индек. Бында... Иҙәненән барғанда йөрәк табанға төшә – бына-бына емерелеп төшөр һымаҡ, бөтәһе лә сереп бөткән. Ысынында, бында кешегә йөрөргә ярамай, хәүеф ҙур, иҙән емерелеп китмәһ лә, башыңа берәй таш килеп төшөүе ихтимал.

...Ҡасандыр КүмАПП-ға ҡараған (тимәк, ул аҫыраған), данлыҡлы пионерҙар лагеры булған ул. Бөтәһе лә бында булған: ашхана, клуб, мунса, бассейн... 2010 йылдар башында данлыҡлы завод был лагерҙан баш тарта, беҙгә кәрәкмәй, теләһә нәмә эшләтегеҙ. Ә бит был лагерға һыуынан тыш, газ да үткән. Күпмелер ваҡыт Бальза ауылынан (хәҙер ул Ленин ауыл биләмәһе башлығы) В Галактионов  был мөлкәткә күҙ-ҡолаҡ булып йөрөй. Торараҡ инде лагерь бер яҡлауһыҙ тороп ҡала һәм уны, әлбиттә, талай башлайҙар, башлыса тимер-томорон бысып алып китә башлайҙар. Шуның арҡаһында, тимерҙе бысҡанда, осҡоно осоп бында әләл нисә тапҡыр янғын сыға.  Ярар әле, газын киҫәләр, юҡһа, әллә ниндәй алама хәлдәр булыуы ла ихтимал ине.

Тотҡасһыҙ сумаҙанды Көйөргәҙе районына ла тәҡдим итәләр – алығыҙ, әҙер лагерь бит, балаларығыҙға ял итергә шәп урын...

Был хаҡта тулы вариантта киләһе һанда гәзиттә баҫыла.

Автор:
Читайте нас