

Михайловкаға барам-ҡайтам тимә, был ауылға йыл әйләнәһенә тиерлек юл юҡ. Бигерәк тә яҙын-көҙөн мәхшәр, балаларға каникулдар башҡа уҡыусылар менән сағыштырғанда, күберәк эләгә, юл юҡ, автобус йөрөй алмай (бик йыш трактор менән һөйрәтәләр уны).
Әммә бер яҡшы хәбәр булды: быйыл Михайловка юлына ҡырсын түшәйҙәр. Тәүгә ишеткәс, хатта ҡолаҡтар быға ышанмай торҙо. Ысын икән. Башкиравтодор был подрядты отҡан, ике өлөшкә бүленеп үткән тендер: Зәк-Ишмәт-Марьевка, Марьевка-Михайловка юлдары арауығы. Тиҙҙән был ауылдар араһындағы юлға ҡырсын түшәй башларға тейештәр. Эшләгән эштәре сифатлы булһын тип теләргә генә ҡала, юғиһә, Яңы Муса –Лена юлы яңы ғына үткән ремонттан һуң да бик алама (был хаҡта «Юшатыр»ҙа яҙылды).
Ошо уҡ темаға: В следующем году отремонтируют автодорогу Маячный-Михайловка, Нужно немного подождать
Фотоларҙа: Зәк-Ишмәт - Марьевка юлы.