

Был юлы Яңы Муса ауылындағы мәктәпте. Мәктәп бинаһының майҙаны 311,2 квадрат метр (бер ҡатлы), ихатаһы - 6 424 квадрат. Мәктәптең башланғыс хаҡы- 360 мең һум. Аукционға заявканы 7 октябргә тиклем бирергә була.
Беҙ был яңылыҡты ишетеү менән, Яңы Мусаға юл тоттоҡ. Урамда, тап мәктәп ҡаршыһында ике ҡатын һәм бер бәләкәс ҡыҙ бала тора.
- Бөтөрҙөләр инде беҙҙе, - тиеште ҡатындар, - киләсәккә өмөт юҡ. Был бинаны кем алыр икән, алып та уны нимә эшләтһен? Мейес менән яғылған мәктәп ине бит ул. Алһалар, хет емерһәләр, яҡшыраҡ та булыр ине, төндәрен бында йәштәр йыйыла, музыка аҡырта, ана, тәҙрәләрен дә емереп-ватып бөткәндәр. Йәй көнө кемдер бында ҡунып та сыға ине - һалмыштар. Ауылда балалар юҡ ул, бәпәйләгәндәр ҙә юҡ. Беренсе класҡа инде нисә йыл уҡырға барғандар булманы, киләһе йылға бары тик бер генә уҡыусы беренсегә барырға йыйына – бына ошо ҡыҙ. Һеҙ «Юшатыр»ҙан бит, - танынылар, - бер йылы беҙҙең балалар ауыл фермаһында усаҡ яғып уҡып ултырғандарында ла һеҙ килгән инегеҙ.
Ысынлап та, шул ғауғалы тарих булғайны шул, интернет булмағанлыҡтан (коронавирус мәле ине, буғай, өйҙә ятып уҡыған мәлдәре), балалар фермаға инеп китап тотоп ултырғайны.
Яңы Мусала яңы мәсет төҙөйҙәр. Быныһы ниндәйҙер кимәлдә ниндәйҙер символға эйә – балалар булмаҫ, ә иман йортона йөрөргә кемдер булыр. Әлегә.