

Был китапхананы һаталар тип беҙ алдан яҙған инек - В Башкирии продают здание библиотеки с земельным участком.
Әйтергә кәрәк, был китапхана бик бай тарихлы, ул 1939 йылда уҡ асылған. Әллә нисә йылдар буйы эшләп торҙо ла, уның бинаһы иҫкерҙе типтерме, һатырға ҡуйҙылар. 66 мең һумға.
Төпкөлдә ятҡан ауылдың ниндәйҙер бер иҫке китапханаһы кемгә кәрәк тип уйлаһаҡ та, кәрәккән, уны Сочи ҡалаһында йәшәгән кемдер һатып алған. Яңы хужаның Павловка ауылына килеп күренгәне лә юҡ, был ауылдың ҡайҙа ятҡанын да, моғайын, белмәйҙер. Иҫке бинаны артабан нимә эшләтергә уйлай - баш етмәй.